Башҡортостандың коммуналь инфраструктураһын яҡшыртыуға 5 миллиард һумға яҡын аҡса

Башҡортостан башлығы социаль селтәрҙә республика район-ҡалаларында тормош тәьминәтенең халыҡҡа уңайлыраҡ була барыуы тураһында яҙып сыҡты. Был фатирҙарҙы айырым йылытыуға күсереү, йылылыҡ менән тәьмин итеү сығанаҡтарын төҙөкләндереү, һыуүткәргестәргә капиталь ремонт уҙғарыу һәм таҙартыу ҡоролмаларын төҙөү һәм реконструкциялау ҙа.

2022-2023 йылдарҙа беҙҙең торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы, муниципалитеттар хакимиәттәре һәм ресурс тәьминәте ойошмалары Торлаҡ-коммуналь хужалыҡты реформалау фондына һыу һәм йылылыҡ тәьминәте селтәрҙәрен төҙөү һәм рекоконструкциялауға 17 заявка ебәргән. Был заявкаларҙың барыһы лда федераль кимәлдә хупланған. Һөҙөмтәлә рсепублика 2022 йылда федераль бюджеттан миллиард ярым һумға яҡын, 2023-тә - 4,9 миллиард һум аҡса йәлеп иткән. Был суммаға беҙ төбәк бюджетын да өҫтәйбеҙ, шулай уҡ инвесторҙар өлөшө лә мөһим, тип белдергән төбәк етәксеһе.