Республикала талпандар үрсеүенең икенсе тулҡыны күҙәтелә

Һаҡ булығыҙ, талпандар! Республикала ҡанэскес бөжәктәр үрсеүенең икенсе тулҡыны күҙәтелә. Талпандан нисек һаҡланыу һәм ҡаҙалған осраҡта ҡайҙа мөрәжәғәт итеү юлдарын БЮТ хәбәрсеһе Гүзәл Борханова өйрәнде. Ҡанэскес һәм зарарлы бөжәктән һаҡланыу саралары хаҡында ентекләберәк киләһе яҙмала.

Гөлиә Ғирфанова уҙған ял көндәрендә паркта саф һауа һуларға, көҙгө урман күренештәрен тамаша ҡылырға барған. Күңелле ялдан һуң мәшәҡәттәр артыр тип башына ла индермәгән. Әммә һөйөнөскә күрә, көҙгө тәбиғәткә сығыу уның һаулығына зыян итмәгән. Аяғына ҡаҙалған талпанда кеше ғүмеренә хәүеф янаған инфекция асыҡланмаған.

Яҙлы -көҙлө йылы һауа шарттарында талпандар күпләп үрсей башлай.

Башҡалабыҙ Өфөлә талпан ҡаҙалған осраҡта кешеләр ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау һәм кеше именлеге буйынса федераль хеҙмәткә күпләп мөрәжәғәт итә. Көн һайын гигиена һәм эпидемология үҙәге лабораторияһы ишеге алдында кешеләр ағымы өҙөлмәй.

Талпандарҙың үлемесле сир таратыусы паразиттар икәнлеге хаҡында һәр кемебеҙ хәбәрҙар. Талпан энцефалиты, бореллиоздың кеше өсөн үлемесле тамамланыуы йәки инвалидлыҡҡа килтереүе мөмкин. Бынан тыш ҡанэскес бөжәктәр Конго-Ҡырым гемморагик биҙгәге, туляремия һәм башҡа ауыр сирҙәр таратыусы булып тора.

Энцефалит вирусын йөрөтөүсе талпандар кеше ғүмере өсөн нерв системаһын зарарлауы менән бик ҡурҡыныс. Бындай талпан тешләүе күпселек осраҡта инвалидлыҡҡа килтерә, үлем осраҡтары ла йыш теркәлә. Талпандар йорт хайуандарын да зарлай. Кешеләр өсөн тайга һәм эт талпандары айырыуса хәүефле.

Венер Хәбибуллин, Өфө фән һәм технологиялар университетының физиология һәм дөйөм биология кафедраһы доценты, биология фәндәре кандидаты

Әлеге ваҡытта Башҡортостанда талпандар әүҙемлегенең икенсе тулҡыны күҙәтелә. Ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау һәм кеше именлеге буйынса федераль хеҙмәттән белдереүҙәренсә үткән аҙнала йөҙҙән ашыу кешегә талпан ҡаҙалған, уларҙың 63 балалар. Иртә яҙҙан алып был ҡанесәр бөжәктәр ҡаҙалған ун меңдән ашыу кеше медицина учреждениеларына мөрәжәғәт иткән. Талпандар үрсеүе йылдағыса айырыуса йылы торған август-сетябрь айҙарына тура килә.

Республиканың 42 районы эндемик зонаға инә. Шуға күрә лә һаулыҡ һағында тороусы белгестәр урман-парктарҙа ял иткәндә шәхси һаҡланыу сараларын ҡулланырға, ҡаплаулы өҫ һәм баш кейемдәре кейергә, үҙ-ара өҫ-башты, тән өлөштәрен талпан барлығы-юҡлығына ентекле тикшерергә кәңәш итә. Талпан ҡаҙалыу күңелһеҙ күренеш, ул инфекция ауырыуына килтереп һаулыҡты ҡаҡшата. Белгестәр фекеренсә, вакцина яһатыу октябрь-ноябрь айҙарында отошло. Шуға күрә халыҡҡа талпандар әүҙемлегенә алдан уҡ әҙерләнеү мөһим.

Гүзәл Борханова