Ҙур гастролдәр. Рәсәй Мәҙәниәт министрлығының федераль проекты сиктәрендә Өфөлә Брянск йәш тамашасы театрының гастролдәре башланды. Ҡунаҡтар Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры сәхнәһендә сығыш яһай.
Бөгөн Брянск театры вәкилдәре журналистар өсөн матбуғат конференцияһы үткәрҙе.Ижади коллектив Башҡортостанға ете спектакль алып килгән.Улар араһында балаларға тәғәйенләнгәндәре лә, өлкәндәр өсөн ҡуйылғандары ла бар. Ҡунаҡтар әйтеүенсә, Өфө тамашасыһы Брянск артистарын йылы ҡабул иткән. Гастролдәр 30 сентябргә тиклем дауам итә. Шул уҡ ваҡытта Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры Брянск өлкәһенә гастролдәр менән юлланған. Яҡташтарыбыҙ ижади сәфәрен «Беҙҙең өйҙөң йәме» спектакле менән башлап ебәргән. Артистар хәбәр итеүенсә, Брянск тамашасыһы мәңгелек ҡиммәттәрҙе данлаған сәхнә әҫәрен көслө алҡыштарға күмгән. Алмаш гастролдәр, һөнәри үҫешкә этәргес яһай, тәжрибә уртаҡлашыу мөмкинлеге аса, ти театр белгестәре.