Фәйзи Ғәскәров исемендәге Дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамблендә 84-cе ижад миҙгеле асылды

Рәсәйҙең билдәле профессиональ коллективтарының береһе бөгөн төрлө ҡитғаларҙа Башҡортостан Республикаһының ижади көсөн күрһәтә. 1939-cы йылда төҙөлгән ансамбль Рәсәйҙе һәм донъяның иң яҡшы сәхнәләрендә уңышлы сығыш яһай. Киләһе йыл ансамбль 85 йыллыҡ юбилейын билдәләйәсәк. Ижад миҙгелен асыу тантанаһының беренсе өлөшөндә тамашасыларға «Урал һәм Шүлгән» хореографик спектакле тәҡдим ителде.

Республиканың төп сәхнәһендә ҡуйылған күмәк тамашала яңғыҙ лирик йырҙар, виртуоз номерҙар ярҙамында башҡорт мәҙәниәтенең күркәмлеге һәм байлығы сағылдырылды.

Ансабль ысын мәғәнәһендә халыҡтар һәм ҡитғалар араһында дуҫлыҡ ебен нығытыусы ла. Яңы миҙгелдең беренсе концертында Фәйзи Ғәскәровтың алтын мираҫынан һәм донъя халыҡтарынан отоп алынған бейеүҙәр башҡарылды. Тамашаның икенсе бүлегендә тамашасыларға билдәле хореографик композицияларҙан тыш, яңы постановкалар ҙа тәҡдим ителде. Ансамбль иғлан иткән бейеү конкусы еңеүсеһе Р Хәмиҙуллиндың «Әсе әрем хәтере» бейеүе тамашасыларҙы уйланырға ла, һоҡланырға ла мәжбүр итте. Яугир башҡорт уҙамандары үткән хәрбиҙәр яҙмышында рух һәм берҙәмлек хистәрен һынландырыусылар ут сәсрәтеп бейеп, тамашасы күңелен яуланы.