Өфөлә Республика көнөнә әҙерлек ҡаралды

Байрам 11 октябрҙә  була. Әле урамдар таҙартыла, сүп-сар сығарыла. Биләмәләрҙе әҙерләүгә 2 меңдән ашыу хеҙмәткәр һәм  300 техника йәлеп ителә. Шулай уҡ байрам ваҡытында тәртип һаҡсыларының дежуры ойошторола. Быйыл Республика көнөндә сит ил делегациялары ҡатнаша, Беларусь һәм Абхазия вәкилдәре килеүе көтөлә.