Өфөлә "Иң яҡшы педагогия" династияһы конкурсы уҙғарыла

Ул 8 октябрҙә башлана. Бәйге Уҡытыусы һәм остаз йылына бағышлана. Еңеүселәр өс номинацияла билдәләнә, 150 йыл, 300 йылға тиклем, һәм 300 йылдан ашыу педагог стажы булған династиялар баһалана. Был конкурс Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге педагогия университетында 2012 йылдан  уҙғарылып килә. Быйыл уның тәүге этабында ҡатнашыуға 78 төбәктән 633 династия ғариза тапшырған.