"Салауат Юлаев" хоккейсылары бөгөн боҙға үҙенсәлекле формала сыға

Өфө клубы бөтә Рәсәй акцияһында ҡатнаша. Уға ярашлы, хоккейсылар формаһы элементтарын әҙерләүҙә церебраль фалиж менән ауырыусы балалар ҡатнашҡан. Улар номерҙарҙы, клуб логотиптарын төшөргән.  Халыҡ-ара балалар церебраль фалижы көнө 2 октябрҙә  билдәләнә.  Акция ошо уңайҙан ойошторолған. Бындай балаларҙың да ижад итә алыуҙарына иғтибар йәлеп итеү маҡсаты  ҡуйылған. Бөгөн  "Өфө-Арена"ла "Салауат Юлаев" Магнитогорскиҙан "Металлург"  менән көс һынаша.