Башҡортостанда бушлай янғын иҫкәртеү приборын алыусылар исемлеге киңәйтелде

Хәҙер муниципалитет башлығы ҡарары менән янғын хәүефһеҙлегенә мохтаж тип табылған граждандарға ла минисирена бирелә. Шулай уҡ бындай льготаға балалы  ғаиләләр, баҡса йорттарында йәшәүселәр, пенсионерҙар хоҡуҡлы. Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетынан белдереүҙәренсә, янғын иҫкәртеү приборҙары  Башҡортостанда меңдән ашыу кешенең ғүмерен һаҡлап ҡалған.