Өфөлә Рәсәй Геройы Александр Доставалов иҫтәлегенә арналған Республика спартакиадаһы башланды

Төбәк мәктәптәренең кадет кластары һәм корпустары уҡыусылары Совет майҙанына йыйылды. Йөҙҙән ашыу уҡыусы хәрби сафта патриотик йырҙарҙы башҡарыу оҫталығы буйынса көс һынашты.

Кадет кластары араһындағы спартакиада икенсе йыл рәттән үткәрелә, быйыл сара тәүге тапҡыр Совет майҙанында ойошторолған. Уҡыусыларҙың оҫталығын офицерҙар, хәрби комиссариат белгестәре баһалай. 15 класс араһынан беренсе этапты уңышлы үтеүсләр Ишембай ҡалаһында көс һынашасаҡ.

Спартакиада кадет кластарын үҫтереү, уҡыусыларҙа теоретик белем менән практиканы бергә нығытыу мөмкинлеген бирә. Был кластарҙа тәрбиәләнеүселәр тәртип һәм дисциплина, ил тарихы менән яҡшы таныш. Йыл һайын республикала кадет кластары арта,быға тиклем ошондай 50 класс булһа, хәҙер инде уларҙың һаны 200-ҙән артты.

Илдар Мәүлетбирҙин, Башҡортостан Мәғариф һәм фән министрының беренсе урынбаҫары