Бөтә донъя йөрәк көнөндә Талбазы ауылында «Йөрәк маршруты - сәләмәтлек маршруты» тип исемләнгән профилактик акция уҙғарылды. Сарала ҡатнашыусылар табиптар менән бергә кардиокүнекмә - ун мең аҙым үтте. Маршрут буйынса туҡталыштарҙа йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙарын иҫкәртеү, дөрөҫ туҡланыу һәм физик әүҙемлек тураһында мәғлүмәт бирелде. Һәр кем аҡ халатлы белгестәргә мөрәжәғәт итеп, үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап алды.