«Башҡортостан» дәүләт концерт залы 42-се ижад миҙгелен асты

Тамашала концерт залында эшләп килгән ижади коллективтар милли һәм заманса бейеүҙәрен башҡарҙы. Вилдан Яруллин, Марсель Ҡотоев, «Хазина» этно- проекты һәм башҡа йырсылар башҡарыуында халыҡ, эстрада йырҙары яңғыраны. «Һинең менән, Өфө» тип аталған сағыу тамаша баш ҡаланың 450 йыллыҡ юбилейына арнала. Сираттағы ижад миҙгелендә Өфөнөң төп сәхнәһендә яңы проекттар, матур концерттар көтөлә. Концерт залы коллективы сағыу программа менән гастролгә лә сығасаҡ.