Бүләкләү тантанаһы «Ватанды һаҡлаусылар» дәүләт фонды филиалында үтте. Наградаға махсус хәрби операция биләмәһендә хәрби бурыс үтәү барышында батырлыҡ күрһәткән 18 яугир тәҡдим ителгән.
Сарала һәр хәрби «Ватанды һаҡлаусылар» фонды филиалы белгестәре менән аралаша алды. 4 ай эсендә филиалға биш меңдән ашыу кеше мөрәжәғәт иткән. Улар ярҙам сараларын билдәләү, хәрби хәрәкәттәр ветераны танытмаһын алыу, юридик ярҙам, аҡсалата түләүҙәр, медицина ярҙамы мәсьәләләре буйынса мөрәжәғәт иткән. Бөтә һорауҙарҙы фонд филиалы белгестәре һәм социаль координаторҙар контролдә тота.