2 октябрҙә урта һөнәри белем биреү өлкәһе хеҙмәткәрҙәре һөнәри байрамын билдәләй

Был туралағы указға былтыр ил Президенты Владимир Путин ҡул ҡуйғайны. Байрам уңайынан Өфөнөң «Башҡортостан» дәүләт концерт залында тантаналы сара үтте. Ентекләберәк БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова.

Иң йәш байрамдарҙың береһе. Быйыл ул икенсе тапҡыр билдәләнә. «Башҡортостан» дәүләт концерт залы сәхнәһенә оҙаҡ йылдар урта һөнәри белем биреү өлкәһендә эшләүсе педагогтар күтәрелә. Улар республиканың барлыҡ колледж һәм техникумдарынан йыйылған. Өфө яғыулыҡ-энергетика колледжы уҡытыусыһы Ирина Мөхәмәтғәлиевна Рәсәйҙең Мәғариф министрлығы Почет грамотаһы менән бүләкләнде.

Мәғариф өлкәһе ветерандары ла иғтибарһыҙ ҡалманы. Үҙ ғүмерен ерҙәге иң изге һөнәргә хеҙмәт итеүгә, йәш быуынды уҡытыуға һәм тәрбиәләүгә бағышлаусылар араһында Фәниә Ҡазыхан ҡыҙы ла бар.

Республикабыҙ колледждарында 106 меңдән ашыу студент уҡый, 8 мең 700-ҙән күберәк хеҙмәткәр эшләй. Урта һөнәри белем биреү өлкәһе мәғариф һәм производствоны интеграциялау, эш биреүселәр һорауы буйынса квалификациялы кадрҙар әҙерләүҙе төп бурыс итеп ҡуя.

Урта һөнәри белем биреү өлкәһенә «Профессионалитет» федераль проекты ла төрлө яҡлап булышлыҡ итә. Уның ярҙамында төбәктә 8 үҙәк булдырылған. 2024 йылда тағы 14 заманса кластер төҙөү күҙаллана. Был маҡсатта федераль ҡаҙананан 1 миллиард һумдан ашыу, ә республика бюджетынан 617 миллион һум аҡса йәлеп ителгән.

Һуңғы 3-4 йыл эсендә йәмғиәттең урта һөнәри белем биреү тармағына ҡарашы үҙгәрҙе. Быйыл 9-сы класты тамамлаған уҡыусыларҙың 71 проценты колледждарға уҡырға инде. Оҫтаханалар яңыртыла, йыһазландырыла. Уҡыу корпустары һәм ятаҡханалар ремонтлана. «Профессионалитет» федераль проекты, «Йәш профессионалдар» милли проекты урта һөнәри белем биреү тармағына яңы һулыш бирҙе.

Айбулат Хажин, Башҡортостандың Мәғариф һәм фән министры

Республикабыҙҙың урта һөнәри белем биреү системаһы илебеҙҙең башҡа субъекттары араһында лайыҡлы урын биләй. Кадрҙарҙы әҙерләүҙә лә колледж һәм техникумдарҙың әһәмиәте арта.

Әлфинә Килдейрова