Башҡортостанда Халыҡ-ара Аксаков байрамы дауам итә

Кесе Ватанға һөйөү тәрбиәләп. Башҡортостанда Халыҡ-ара Аксаков байрамы дауам итә. 33 тапҡыр уҙғарылған күләмле мәҙәни сара бөйөк рус яҙыусыһы Сергей Тимофеевич Аксаковтың тыуыуына 232 йыл тулыуға арналған. Ул Ғәҙәттәгесә, Өфө, Ҡырмыҫҡалы, Дәүләкән, Бәләбәй райондарында уҙа. Баш ҡалала ойошторолған байрамда БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина булды.

Өфөнөң Пушкин аллеяһында Сергей Аксаковҡа бюст 1959 йылда ҡуйылған. Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән, сит илдәрҙән килгән ҡунаҡтар - яҙыусылар, тыуған яҡты өйрәнеүселәр, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре бронза һәйкәлгә сәскә һалыуҙа ҡатнашты. Эргәлә генә Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры. Сергей Тимофеевичтың тыуыуына 232 йыл тулыуға арналған байрам кисәһенең тап ошо стеналарҙа уҙғарылыуы осраҡлы түгел. Мәҙәниәт учреждениеһының тарихына иғтибар итһәк, егерменсе быуат башында ул нәҡ Аксаков халыҡ йорто булараҡ асылған булған. Сара сиктәрендә тамашасылар алдында Башҡортостандың билдәле сәнғәт оҫталары, ижади коллективтар сығыш яһаны.

Ҙур сәхнәлә Сергей Тимофеевич исемендәге ҡала советы премияһы лауреаттары ла тәбрикләнде. Студенттар ғилми-тикшеренеү, мәғариф эштәре менән конкурс комиссияһын хайран ҡалдырған. Билдәле рус яҙыусыһының әҫәрҙәренә арналған арт-объекттар ҙа әҙерләнгән.

«Ете ҡыҙ» фонтаны янында Аксаков йәрминкәһе уҙғарылды. Ҡала байрамы данлыҡлы рус яҙыусыһы, мемуарҙар авторы Сергей Тимофеевич ижадын һөйөүселәрҙе берләштерҙе. Майҙанда «Таусень», «Мираҫ», «Ирәндек» ансамблдәре сығыш яһаны. Декоратив-ҡулланма сәнғәт өлгөләре күргәҙмәһе ойошторолдо, халыҡ кәсептәре оҫталарының продукцияһы, экслюзив сувенирҙар тәҡдим ителде. Байрамда ҡатнашыусылар самауыр сәйе һәм рустарҙың милли аш-һыуын тәмләп ҡараны. Өҫтәлгә шифалы башҡорт балы һәм ҡымыҙ ҙа ҡуйылды.

Аксаков көндәренең тәүмаҡсаты үҫеп килгән быуында Кесе Ватанға һөйөү тәрбиәләү, халыҡ ижады һәм йолаларын пропагандалау Иртәгә Дәүләкән ҡалаһында Сергей Тимофеевич иҫтәлегенә бюст асыла, Өфө, Ҡырмыҫҡалы, Бәләбәй райондарында йәшәүселәр ҙә байрам сараларында ҡатнашып, рус яҙыусыһын хөрмәтләп иҫкә аласаҡ.

Гөлназ Хәйбуллина