Был турала республика прокуратураһының юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге ҡануниәтен үтәү мәсьәләләренә арналған коллегия ултырышында һүҙ барҙы. Ултырышта пассажирҙар ташыуҙы ойоштороу, транспорт сараларының етешмәүе, белем биреү учреждениелары эргәһендә юл хәрәкәтен ойоштороу тураһындағы йөкләмәләрҙең тулы күләмдә үтәлмәүе билдәләнде.
Статистика мәғлүмәттәренә ярашлы, һуңғы йылда иҫерек килеш руль артына ултырыусы водителдәр менән бәйле юл-транспорт ваҡиғалары артҡан. Юлда йәрәхәтләнеү проблемаһы, автомәктәптәр эшмәкәрлегендә күп һанлы хоҡуҡ боҙоуҙар ҙа күҙ уңында тотолдо. Ултырыш йомғаҡтары буйынса ошо өлкәлә ведомстволарҙың эш һөҙөмтәлелеген арттырыуға йүнәлтелгән саралар комплексы әҙерләнде.