Республика Башлығы Радий Хәбиров бөгөн Абхазияның Еңеү көнө һәм Бойондороҡһоҙлоғоноң 30 йыллығы уңайынан сараларҙа ҡатнаша. Сухум ҡалаһында Президент Аслан Бжания, Рәсәйтөбәктәре етәкселәре менән Радий Хәбиров Дан мемориалына сәскә һалды. Ул 1992-1993 йылдарҙа ҡораллы бәрелештә һәләк булғандар хөрмәтенә булдырылған. Шулай уҡ бөгөн Абхазияның беренсе Президенты Владислав Ардзинба иҫкә алынды.
- Абхазия делегацияһын 11 октябрҙә Республика көнөндә Башҡортостанда көтәбеҙ. Өфөлә беҙҙең халыҡтар дуҫлығы символы - колоннадаға нигеҙ һалыу көтөлә. Проекттар күп, - тип яҙа Радий Хәбиров социаль селтәрҙә.