Рәсәй менә бергә бер йыл. Теүәл бер йыл элек Владимир Путин һәм илдең яңы субъекттары башлыҡтары Рәсәйгә ҡушылыу тураһындағы документтарға ҡул ҡуйҙы. Төбәктәрҙә йәшәүселәр был хоҡуҡты референдумдар барышында ғәмәлгә ашырҙы. Хәҙер иһә Рәсәй төбәктәре 89 ға етте, халҡы 8 миллионға артты. Бер йыл эсендә Донбасс ерендә ниндәй үҙгәрештәр бар? Луганск халыҡ республикаһынан Айнур Кәбиров репортажы.
Дмитрий сығышы менән Одессанан, ләкин 2014 йылдан алып Учалы ҡалаһында йәшәй. Украинала низағтар башланыу менән ул ҡатынының тыған яғына күсенеп китә. Ләкин ҡурҡыуҙан түгел, нацизмды хуплаған кешеләр менән бер ерҙә йәшәй алманым, ти ул.
Луганск халыҡ республикаһының Красный Луч ҡалаһында юлдар үтерлек түгел ине ти, эшселәр. Бында утыҙ йылдан артыҡ асфальт яңыртылмаған. Хәҙер иһә ҡала уртаһында автомобилдәр күпкә тиҙерәк елдерә. Башҡортостан юлсылары быйыл ғына 14 урамды төҙөкләндергән. Миҙгел тамамланғансы тағы өс урамда асфальт ҡатламын яңыртасаҡтар.
Донбасс төбәктәре Рәсәйгә ҡушылыу менән төҙөүселәр менән бергә Красный Луч ҡалаһына табиптар десанты ла килә. Улар ҙа сменелап алмашынып урындағы халыҡтың сәләмәтлеген хәстәрләй. Офтальмолог Рафаэль Нурхәкимов әле өсөнсө вахтала. Тәүҙәрәк заманса медицина, бушлай хеҙмәтләндереү күрмәгән халыҡ аҡса һоноп маташа ине, ти ул. Хәҙер иһә Башҡортостан табиптарына сират тора. Луганск, Донецк , Запорожьенан, хатта Рәсәйҙең Ростов өлкәһенән дә пациенттар килә.
Тәү сиратта хәл итеүҙе талап иткән мәсьәлә-мәғариф өлкәһе. Башҡортостан Красный Луч ҡалаһында тиҫтәләгән мәктәп, балалар баҡсаһына ремонт эшләргә ярҙам итә. Эргәләге Петровское ҡалаһында инде тотош яңы мәктәп төҙөлдө. Шуға ла легендар яҡташыбыҙ, Генарал Шайморатов исемен йөрөткән белем усағында уҡыусылар өсөн Рәсәйгә ҡушылыу көнө оло байрам. Ошо уңайҙан мәктәптә тантаналы линейка ойошторолдо.
Мәктәптәр, балалар баҡсалары, социаль объекттар, юлдар- былар башҡарылған эштәрҙең күҙгә күренгәне генә. Башҡортостан шефлыҡҡа алынған ҡалаға коммуналь инфраструктураны яңыртыуҙа ла ярҙам күрһәтә. Был әлбиттә ҫала томошонда ла сағылыш таба.
Һигеҙ йыл буйы хәүеф аҫтында йәшәгән халыҡ йөҙөндә лә хәҙер йылмайыу сатҡылары. Рәсәй менән киләсәккә өмөт, яҡшы тормошҡа ынтылыш барлыҡҡа килде, ти улар.
Әлбиттә, Байрам төҫө әле күңелдәрҙә генә. Уйын-көлкө, йыр-бейеү , күләмле мәҙәни саралар үткәрелмәй. Әммә Рәсәйгә ҡушылған көндөң йылдар үткән һайын тағы ла ҡәҙерлерәк, әһәмиәтлерәк һәм сағыуыраҡ булырына шик юҡ.
Айнур Кәбиров.