Өфө юридик институтының беренсе курс курсанттары тыуған ил алдында тоғролоҡҡа хәрби ант бирҙе

Рәсәй эске эштәр министрлығы Өфө юридик институтының беренсе курс курсанттары тыуған ил алдында тоғролоҡҡа хәрби ант бирҙе. Тантана тәүге тапҡыр Өфөнөң Еңеү паркында Советтар Союзы Геройҙары Александр Матросов менән Миңлеғәле Ғөбәйҙуллин һәйкәле майҙанында ойошторолдо. Буласаҡ эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәрен ҡотларға абруйлы ҡунаҡтар, курсанттарҙың яҡындары йыйылды.

Курсанттар тантаналы рәүештә Рәсәйгә һәм уның халҡына тоғро булырға, кеше хоҡуҡтарын яҡларға һәм конституцияны хөрмәт итергә вәғәҙәләй. Илдең 12 төбәгенән ҡыҙҙар һәм егеттәр, барлығы 162 курсант намыҫ кодексын ҡабул итте. Бөрйән районынан Ирхан Ишморатов хәрби кейем тураһында бала саҡтан хыялланған.

Беренсе курс студенттарын абруйлы ҡунаҡтар, Эске эштәр министрлығының Башҡортостан бүлеге етәкселеге, Башҡортостан хөкүмәте вәкилдәре ҡотланы. Тәжрибәле ведомство хеҙмәткәрҙәре йәштәргә юғары профессионализм һәм эшкә тоғролоҡ, рух көсө, фиҙаҡәрлек һәм батырлыҡ теләне. Ант биреү тантанаһынан курсанттарҙың туғандары ла ситтә ҡалманы.

Тантанала Советтар Союзы Геройҙары Александр Матросов менән Миңлеғәле Ғөбәйҙуллин һәйкәленә сәскә һалынды. Курсанттар ил тарихын онотмаҫҡа, Эске эштәр министрлығының данлы традицияларын хөрмәт менән дауам итергә вәғәҙәләне.

Лилиә Мәҡсүтова