Радий Хәбиров эш сәфәре менән Абхазияла

Башҡортостан башлығы етәкселегендәге рәсми делегация Абхазияла Еңеү көнө һәм Бойондороҡһоҙлоҡтоң 30 йыллығы уңайынан тантаналарҙа ҡатнаша. Сухум ҡалаһында Радий Хәбиров Абхазия президенты Аслан Бжания, Рәсәй төбәктәре етәкселәре менән «Дан» мемориалына сәскә һалды.

Ул 1992-1993 йылдарҙа ҡораллы бәрелештә һәләк булғандар хөрмәтенә асылған. Делегация вәкилдәре Абхазияның беренсе Президенты Владислав Ардзинбаны ла иҫкә алды. Сухумдың «Азатлыҡ» майҙанында Башҡортостан башлығы Еңеү көнөнә һәм Абхазияның бойондороҡһоҙлоғона арналған хәрби парадты ҡараны.

Бында хәрби техника, авиация парады үтте, «Үлемһеҙ полк» акцияһы ойошторолдо. Ә үҙебеҙ Абхазия делегацияһын 11 октябрҙә Башҡортостанда Республика көнөнә арналған тантналарҙа көтәбеҙ. Өфөлә халыҡтар дуҫлығы символы - колоннадаға нигеҙ һалыу көтөлә, тип яҙған Радий Хәбиров социаль селтәрҙә.