Ике йөҙҙән ашыу кеше банк эшенең тарихы һәм бөгөнгөһө, киләсәккә пландары менән танышты. Лекцияларҙа ҡунаҡтарҙы ялған аҡсаны айырырға, түләү сервистары менән ҡулланырға, үҙеңде һәм яҡындарыңды финанс мутлашыусыларҙан һаҡларға, ғаилә бюджетын төҙөргә өйрәттеләр. Шулай уҡ һанлы һум мөмкинлектәре тураһында мәғлүмәт еткерелде.
Мәктәп уҡыусылары һәм студенттар өсөн профориентация эше алып барылһа, балалар өсөн финанс грамоталыҡты күтәреү буйынса уйындар уҙғарылды. Теләге булғандар оҫталыҡ дәрестәрендә, викторина, лотереяла ҡатнашты. Ҡунаҡтарға банк музейына экскурсия ла ойошторолдо. Милли банк идарасыһы Марат Кашапов уникаль экспонаттар менән таныштырып, боронғо осорҙан бөгөнгәсә аҡсаларҙың барлыҡҡа килеү һәм бүлексә эшмәкәрлеге тарихы тураһында һөйләне.