Өфөләге милли мәктәп уҡыусылары фәнни майҙанда осрашты

Фатима Мостафина исемендәге 20-се Өфө ҡала башҡорт гимназияһында ойошторолған сараға Өфөнөң башҡорт гимназия-лицейҙары һәм татар гимназиялары уҡыусылары йыйылды. Юғары уҡыу йорттары ғалимдары фәһемле темаларға лекциялар уҡыны. Һөнәр һайлау, фән менән ҡыҙыҡһыныу буйынса фекер алышты. Балалар башҡорт мәҙәниәте буйынса белемен тикшерҙе.

Тамара Танһыҡҡужина, Айнур Шәйбәков һәм Айгөл Иҙрисова командаларға «Сатраш» уйыны үткәрҙе. Шашка буйынса чемпиондар уҡыусыларға ҡыҙыҡлы алымдар тураһында һөйләне. Командалар үҙ-ара ярышты, еңеүселәр билдәләнде.