Өфөнөң Нижегородка биҫтәһендә ҡурай сәскә атасаҡ

Бөгөн «Ҡурай сәскәһе» тип аталған скверҙа төҙөкләндереү эше башланды. Йәмәғәт урыны йәй уртаһында барлыҡҡа килә. Ошо ваҡыт эсендә спорт майҙансығына бетон ҡатнашмаһы ҡойолған, яҡын арала резина япма түшәләсәк. Шулай уҡ ял урындары булдырылған, эскәмйәләр ҡуйылған. Нижегородка биҫтәһендә сквер төҙөү маҡсатында республика һәм баш ҡала бюджетынан субсидия бүленгән.

«Ҡурай-парк» макетын «Елкән» балалар ижады йорто тәрбиәләнеүселәре былтыр апрелдә үткән «Йәш урбанист-эколог» күргәҙмәһенә сығарғайны. Проектты Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров иғтибар итә. Буласаҡ сквер нигеҙенә ҡыҙҙарҙың идеяһы алына. Йәш дизайнерҙар майҙанды ҡурай тажындай бер-нисә зонаға бүлеп, һәр береһен уртаҡ һуҡмаҡ менән тоташтырырға тәҡдим итә. Скверҙы матурлауға урында йәшәүселәр ҙә ҡушылды. «Йәшел Башҡортостан» акцияһы сиктәрендә биләмәлә 30 берәмек йүкә, ҡайын һәм миләш ағасы ултыртылды. Киләһе йыл скверҙа балалар майҙансығы төҙөләсәк.