Тырыш, берҙәм халыҡ йәшәгән ауылда үткән сағыу байрам хаҡында тулыраҡ киләһе яҙмала.
Тәкәрлектәр боронғо йола буйынса ҡунаҡтарҙы моңло йырҙар һәм әлбиттә, күпереп бешкән ауыл икмәге менән ҡаршылай. Әбейҙәр сыуағында йорт хужалары көҙгө уңышты йыйып ала. Урам байрамына һәр хужабикә аш-һыу бешереп әҙерләнә. Быйыл картуф мул уңыш биргән. Тәкәрлектә йәшәүсе Зөмәрә Рәис ҡыҙы унан тиҫтәнән ашыу тәмле ризыҡ әҙерләп ҡунаҡтарға тәҡдим итте.
Тәкәрлек килендәре төшкән еренә таш булып бата. Ғаиләләр бер-береһен аңлап, татыу ғүмер итә. Ауыл ҡатын-ҡыҙҙары үҫтергән ҡабаҡ, кәбеҫтә, кишер, ҡыҙыл сөгөлдөр,һырғанаҡ, алма емештәре уңышы тигеҙ рәттәр булып өҫтәлдәргә теҙелгән. Ауылдың аш-һыуға оҫта гүзәл заттары һәр сараға ҙур туйға кеүек ентекле әҙерләнә. Сабыр, егәрле ҡатын-ҡыҙҙар ғаиләһен дә баға, ҡош-ҡорт үҫтерә, ихата алдарын шау сәскәгә күмергә лә өлгөрә.
Тәкәрлектә Урам байрамы ауыл старостаһы Зөләлә Шәйхетдинова тырышлығы менән ойоштролған. Октябрь урамында йәшәүселәр был тәҡдимгә бер төптән ҡушылған. Муллайәновтар табынға былау бешергән, Бакировтар, Динисламовтар ғаиләһе тематик күргәҙмәләр әҙерләгән. Сараны үткәреүҙә айырым тырышлыҡ һалыусыларға Тәкәрлек ауыл биләмәһе башлығының рәхмәт хаттары тапшырылды.
Зөмәрә Хәйәхова үҙенең сығышын уңған, берҙәм ауылдаштарына бағышланы. Ауыл халҡын берләштергән сағыу байрамды «Әллүки» фольклор ансамбле йомғаҡланы. 270 кеше йәшәгән ауылда «Урам байрамы» беренсе тапҡыр үткәрелде. Сарала ҡатнашыусылар киләһе йыл уны тағы ла күләмлерәк ойошторорға тигән ҡарарға килде.
Гүзәл Борханова