Был турала Республика хәрби комиссары Михаил Блажевич белдерҙе. Хәрби частарға эшелондар октябрь уртаһында оҙатыла башлай. Мотлаҡ саҡырылыш буйынса алыныусылар махсус хәрби операцияла ҡатнашмай. Улар бер йыл хеҙмәт итә. Көҙгө саҡырылыш декабрь аҙағына тиклем бара. Повестка 18 йәштән алып 27 йәшкә тиклемгеләргә тапшырыла.