Өфө Бөтә Рәсәй атлап йөрөү көнөнә ҡушыла

Спорт байрамы 7 октябрҙә "Ҡашҡаҙан" паркында ойошторола. Унда ҡатнашыусылар 2 мең 23 метрҙы атлап  үтә. Шулай  уҡ  чемпиондар  менән фитнес күнекмә  була. Почетлы ҡунаҡ  итеп  4 тапҡыр Олимпия  чемпионы ,  Рәсәй олимпия  комитеты  әйесе Станислав Поздняков саҡырылған, тип хәбәр итәләр Республика спорт министрлығынан.