Башҡортостан юл хеҙмәткәрҙәре Луганск халыҡ республикаһында эшләй

Транспорт һәм юл хужалығы министры Александр Клебанов белдереүенсә, быйыл 26 километрҙа эштәр ҡаралған. Әле ремонт аҙағына яҡынлаша. Красный  Луч ҡалаһында тағы ике урамды төҙөкләндерергә кәрәк. Ике-өс аҙнанан юл хеҙмәткәрҙәре Башҡортостанға әйләнеп ҡайтырға тейеш. - Бындай эш киләһе йыл  да  дауам итә. Төҙөкләндерелергә тейеш юлдар исемлеге  әҙерләнгән, - тине министр.