Баш ҡалала конькиҙа шыуыу буйынса Бөтә Рәсәй ярышы уҙғарыла. Шулай уҡ үҫмерҙәр араһында “Ҡурай иле” тигән турнир була. Спорт сараһына ҡунаҡ булараҡ Олимпия чемпиондары Алина Заһитова, Камила Вәлиева, Виктория Синицина, Никита Кацалапов саҡырылған. Ярышты асыу тантанаһы 11 октябрҙә Спорт һарайында үтә.