Башҡортостанда бөгөндән 7 октябргә тиклем эшҡыуарлыҡ аҙналығы үтә

Уның сиктәрендә республика йүнселдәренә ярҙам сараларын юллау, бизнес ойоштороу һорауҙары ҡарала. Ошо йүнәлештә төбәктә 40-тан ашыу эшлекле сара уҙғарыу көтөлә. Аҙналыҡ нигеҙендә ҡатын-ҡыҙҙар араһында эшҡыуарлыҡ, үҙмәшғүлдәр, бизнестың төрлө мәсьәләләре буйынса түңәрәк өҫтәлдәр ойошторола. Осрашыуҙа бизнесҡа булышлыҡ итеүсе дәүләт органдары вәкилдәре, билдәле эшҡыуарҙар, федераль кимәлдәге эксперттар сығыш яһай. Өфөлә төп саралар «Киләсәк фабрикаһы» инновациялы эшҡыуарлыҡ йортонда уҙа

Баш ҡалала эшҡыуарлыҡ аҙналығына арналған 6 майҙансыҡ эшләйәсәк. Бөрө, Сибай, Стәрлетамаҡ, Октябрьский, Нефтекама һәм башҡа ҡалаларҙа зональ саралар ойоштороу күҙаллана.Эшлекле майҙансыҡтарҙа йөҙҙән ашыу тәжрибәле белгес, эшҡыуарҙар һәм эксперттарҙың сығыш яһауы көтөлә.

Рөстәм Афзалов, Башҡортостандың эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры