Республика инфекция дауаханаһының баш табибы билдәләүенсә, үткән аҙнала киҫен респиратор сир 25 меңдән ашыу, короновирус 74, грипп 11 пациентта асыҡланған. Киҫкен респиратор сир йоҡтороусыларҙың яртыһы балалар, был сентябрь башында уҡыуҙар башланыу һәм һауа шарттары үҙгәреү менән бәйле.
Бегестәр сир йоҡтормау өсөн профилактика сараларын теүәл үтәргә кәңәш итә. Вакцинация үтеү, дистанция һаҡлау, гигиена талаптарын үтәү ҙә төп шарт булып тора. Хроник ауырыу көсәйгәндә, киҫкен респиратор сир менән зарарланғанда грипҡа ҡаршы прививка ҡаҙатыу ваҡытлыса кисектерелә. Вакцина эшләтеү һөҙөмтәле булыуы иҫбатланған, вакцина компоненттарына аллергия булған осраҡта вакцина эшләтеү тыйыла.