Йылайыр районында сыҡҡан янғында әсә менән бер йәшлек сабыйҙың ғүмере өҙөлдө

Янғын таңға ҡарай сыға. Ҡотҡарыусылар килеп етеүгә, ағас йорт тулыһынса ут эсендә ҡалған була.

Ут тиҙ арала һүндерелә. Ҡыҙғанысҡа, 1986 йылғы әсә менән 1 йәшлек ҡыҙ баланың кәүҙәләре янғынды һүндергәндә табыла. Ут сыҡҡан мәлдә йорт эсендә баланың өләсәһе булыуы ла билдәле, ул урамға сығып өлгөрә.

Ә Өфөлә теркәлгән янғында өлкән йәштәге ҡатындың 90 процент тәне бешкән. Янғын кер йыуыу машинаһынан сыҡҡан. 2-се һәм 3-сө дәрәжә тән бешеүе алған ҡатын ауыр хәлдә 18-се дауаханаға оҙатыла. Ҡыҙғанысҡа, табиптар уның ғүмерен ҡотҡарып ҡала алмай.