Уҙған ял көндәрендә республикала 156 водитель руль артына эскән килеш ултырған

Баш ҡала дәүләт автоинспекцияһы аҙна һуңында Башҡортостан юлдарында уҙғарылған рейд йомғаҡтарын барланы. Күләмле тикшереүҙәр барышында инспекторҙар юл йөрөү ҡағиҙәләрен боҙоуға бәйле 4300-ҙән ашыу осраҡ асыҡлаған.

12 кеше руль артына икенсе тапҡыр эскән килеш ултырған. Уларҙың ғәйебе менән өс көн эсенндә 5 юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән. Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт автоинспекцияһы граждандарҙан транспорт сараһына эскән килеш идара итеү осраҡтары тураһында Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының ҡыҙыу линияһына 8(347) 279-32-92 шылтыратыуҙарын үтенә. Шулай уҡ ведомствоның телеграм мессенджерына хәбәр итергә лә мөмкин.