Башҡортостандың Милли музейында «Кинйә Арыҫланов. Образ һәм легенда» тип аталған күргәҙмә асылды

Республиканың Милли архивы менән берлектә ойошторолған экспозиция башҡорт халҡының бөйөк улы Кинйә Арыҫлановтың тыуыуына 300 тулыуға арнала.

Ҡунаҡтар Кинйә Арыҫлановтың шәжәрәһен, тирмәнең традицион биҙәлешен, ул ваҡыттағы ғәскәрҙәрҙең һәм Емельян Пугачевтың ҡоралын күрә ала. Уникаль экспонаттар араһында шулай уҡ Пугачевтың, Кинйә Арыҫлановтың ҡултамғалары ҡуйылған хаттар, манифестар, Арыҫлановтар нәҫеленең күренекле вариҫтары тураһында материалдар бар. Күргәҙмә республика башлығы Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса тормошҡа ашырыла һәм йыл аҙағына тиклем дауам итә.