Уҙған быуаттың 30-сы йылдарында нигеҙ һалынған башҡорт опера сәнғәтенең бөгөнгөһө һәм киләсәге тураһында һүҙ йөрөткәндә, әлбиттә, уның тарихына ла мөрәжәғәт итеү дөрөҫ булыр. Билдәле, башҡорт йолаларын, риүәйәттәрен, халыҡ йырҙарының поэтик нигеҙен үҙ эсенә алған музыкаль спектаклдәр башҡорт операһының сығанағы ла булып тора. Миҫалға Хәбибулла Ибраһимовтың «Башмағым», Мөхәмәтша Буранғоловтың «Башҡорт туйы» әҫәрҙәрен иҫкә төшөрөү ҙә етә.
Радио тулҡындарындағы композиция Ғәзиз Әлмөхәмәтов башҡарыуында яңғырай. Башҡортостандың беренсе халыҡ шағиры Мәжит Ғафуриҙың «Эшсе» поэмаһы буйынса Солтан Ғәбәши тарафынан яҙылған Ниғмәт арияһы башҡорт музыка сәнғәтен яңы кимәлгә күтәреүгә өлгәште. Ул заманында Мәскәүҙә Башҡорт студияһы булдырыуға этәргес биргән.
Ғәзиз Әлмөхәмәтов ҡуйған маҡсат үҙен аҡлай. Беренсе башҡорт милли студияһы уҡыусылары әҫәрҙәрен бөгөн «Ашҡаҙар» радиоһы тулҡындарында тыңларға мөмкин.
Мәсәлим Вәлиевтың «Һаҡмар» әҫәренән башланған башҡорт опера сәнғәте бер-бер артлы яңы бейеклектәргә күтәрелә. Шағир-яҙыусылар, композитор, башҡарыусылар ярышып тигәндәй милли контентҡа дәғүә итә. Башҡорт халыҡ ижадына нигеҙләнгән юғары сәнғәт өлгөләре донъя әҫәрҙәре кимәленә күтәрелә. Тик бөгөн Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры репертуарын уларҙың икәүһе генә байыта. Баязит Бикбай либреттоларына Заһир Исмәғилев яҙған «Салауат Юлаев» менән «Ҡоҙаса» операһы.
Ни өсөн республиканың юғары сәнғәт өлгөһөн билдәләүсе театрҙа башҡорт опералары ҡуйылмай? Тотонорлоҡ либреттолар юҡмы? Әллә композитор, башҡарыусылар етмәгәнме?
Ә бөгөн йәш көстәр ҙә юҡ түгел. Бар. Улар мәшһүр композиторыбыҙ Заһир Исмәғилев исемен йөрөткән Өфө дәүләт сәнғәт институтында белем ала. Йәштәр башҡорт операһы башында торған халыҡ башҡарыусылары менән бергә, донъя халыҡтары өлгөләре миҫалында тәрбиәләнә. Абруйлы остаздарҙа уҡып сыға.
Тимәк, башҡорт опера сәнғәтен бөгөн бер урында туҡтап ҡалыуын күрәбеҙ. Быға тамашасыларҙың битараф булыуы сәбәпсеме, әллә ҡыҙыҡһыныу, иғтибар етмәүме?
Шуға ла милли композиторҙар мәктәбен һаҡлап ҡалыу мөһим. Бөгөн был тәңгәлдә эш айырым ижади коллективтарҙа, ансамблдәрҙә лә алып барыла. Башҡортостандың милли симфоник оркестрының һуңғы йылдарҙа башҡорт композиторы ижадына мөрәжәғәт итеүе халыҡ араһында ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. «Заһир Исмәғилевтың алтын мираҫы» проекты өсөн Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһына лайыҡ булды.
Тик әлеге лә баяғы эш яйға һалынмаған. Ижади коллектив донъя композиторҙарына, шул иҫәптән башҡорт ижадсыларына ла мөрәжәғәт итә.
2020 йылда Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры тарафынан иғлан ителгән проектты иҫкә төшөрәйек. «Заманса башҡорт операһы лабораторияһы» тип исемләнгән конкурс тотош республика мәҙәниәтенә яңылыҡ индерҙе.
Лаборатория эше нисек йомғаҡланған бөгөн дә шул килеш ҡалған. Әлегә ниндәйҙер үҫеш, ҡыҙғанысҡа, күҙәтелмәй. Бары тик театрҙан ситтә, музыка мәктәбендә юғары сәнғәт өлгөһө яҙҙырыла.
Өфөнөң 7-се балалар музыка мәктәбе уҡытыусылары башҡарыуында ария. Халыҡ араһында әлегә ул таныш булмаған әҫәр. «Заманса башҡорт операһы лабораторияһы»нда тәҡдим ителгән эштәрҙең береһе «Шәйехзада» либреттоһынан өҙөк.
Бөгөн эш тик өс кеше - концертмейстер, башҡарыусы һәм композитор менән алып барыла. Әҫәр ҙә эш араһында ғына башҡарыла. Ул шуның менән дә ҡатмарлы. Шулай ҙа профессиональ композитор өсөн бер ни тормай. Мәҫәлән, Айрат Ғайсиндың беренсе опера әҫәре.
Ошо маҡсатта етди эш алып барыла. Тик әҫәр яҙылғас, ул музыка мәктәбе эсендә генә ҡалырмы?
Ә бит башҡорт операһының ил кимәлендә даны юғары. . Миҫалға, Заһир Исмәғилевтың «Ҡаһым түрә» әҫәрен иҫкә төшөрөү ҙә етә. «Алтын битлек» милли театры премияһына лайыҡ булған либеретто бөгөн шулай уҡ Өфөлә ҡуйылмай.
Башҡорт опералары, ғөмүмән, донъя өлгөләренән бер ҙә ҡайтыш түгел. Хатта ки тағы ла бай, үҙенсәлекле, халыҡсан.
Донъя мәҙәниәте һәм сәнғәт өлгөләрендә эш алып барған Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры өсөн ул бер ни түгел. Башҡортостан композиторҙарына бигерәк тә.
Әйткәндәй, быйыл Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры 85 йыллыҡ юбилейын билдәләй. ошо уңайҙан театр етәкселеге Салауат Низаметдиновтың Мостай Кәримдең «Ай тотолған төндә» трагедияһы буйынса ҡуйылған опера әҫәрен тәҡдим итергә ниәтләй. Шулай уҡ «Төньяҡ Амурҙары» либреттоһы өҫтөндә эш башланасаҡ. Әлегә былар планда ғына. Әлбиттә, юғары сәнғәт тураһында һүҙ алып барғанда, опера башҡарыусылары өсөн йыһазландырылған фониатор кабинетының булмауы ла һорау тыуҙыра. Ул да шулай уҡ юғары сәнғәт башында торған мөһим мәсьәлә.