Рсепубликала йылытыу миҙгеле башланды

3 октябрҙән балалар баҡсаларына, мәктәптәргә һәм дауахана учреждениеларына йылы бирелә. Был турала бөгөн Башҡортостан Хөкүмәте премьер-министры Андрей Назаров етәкселегендә үткәрелгән оператив кәңәшмәлә һүҙ барҙы. Федераль ҡануниәткә ярашлы, уртаса һауа температураһы биш көн рәттән 8 градус йылынанан түбәнерәк күрһәтһә, йылы бирелергә тейеш. Торлаҡ йорттарҙа йылының бөгөндән бирелеүе күп фатирлы йорт хужаларының дөйөм йыйылышында хәл ителә, уның һөҙөмтәләре буйынса протокол идарасы компанияға ебәрелә.

Республиканың 20 муниципалитетында социаль объекттарға йылы бирелде. 3 октябрҙән барлыҡ балалар баҡсалары, мәктәп һәм дауалау учреждениелары йылытыу миҙгелен башлай. Әле ошондай объекттарҙың 16 проценты ғына йылылыҡҡа тоташҡан.

Юрий Палтусов, Башҡортостандың Торлаҡ-коммуналь хужалығы министры урынбаҫары

Оператив кәңәшмәлә баш ҡалала юлдар һәм күперҙәр төҙөкләндерелеүгә бәйле, автомобиль тығындары мәсьәләһе лә ҡаралды. Йома төштән һуңдан алып дүшәмбегә тиклем ҡалаға инеүҙе һәм сығыуҙы тотҡарлаусы бөтә юл эштәре лә туҡтатылырға тейеш. Оператив кәңәшмәлә шулай уҡ «Башҡорт оҙон ғүмерлелеге» проектының яңы йүнәлеше барлыҡҡа килеүе тураһында һүҙ барҙы. Быға тиклем «көмөш йәштәгеләр» Беларуссияға льготалы хаҡҡа барыу мөмкинлегенә эйә булһа, хәҙер ошондай уҡ сәфәрҙәр Абхазияға ла ойоштороласаҡ. Абхазия делегацияһының 11 октябрҙә Республика көнөнә арналған тантаналарға килеүе көтөлә.