Әле яҡташтарыбыҙ буласаҡ командирҙары менән осрашып обмундирование, хәрби һөнәрҙәргә бүленеү, присяга ҡабул итеү менән мәшғүл. Ошо арала күнекмәләр полигонында хәрби әҙерлек башлана. Луганск халыҡ республикаһында яңы яугирҙарҙы беҙҙең хәбәрселәр ҙә ҡаршы алды. Айнур Кәбиров репортажы.
Һунарсы минең ырыуым, һунарсы ата-бабам. Етенсе тиҫтәһен ваҡлай башлаған ир хас та Мостай Кәримдең Үлмәҫбай поэмаһынан. Урманда алған тәжрибә, һунарсы йылғырлығы яуҙа ла ярҙам итәсәк, йәштәрҙән ҡалышмаясаҡмын, ти ул.
Шулай ҙа командирҙар тәжрибәгә генә түгел , йәшкә лә иғтибар итә. «Юлдашты» улар хәрби расчеттарға боекомплект ташыусы итеп билдәләне. Яуҙа һәр һөнәр мөһим. Алғы һыҙыҡта торор өсөн йәшерәктәр ҙә етәрлек.
Яңы килгән яугирҙарҙың барыһы ла тап Шайморатов батальонына эләгергә тырышҡан. «Вагнер» шәхси хәрби компанияһында хеҙмәт иткән яугир ҙа шайморатовсылар ҡаһарманлығы тураһында яҡшы белә. Батырҙар менән бер сафта булыу минең өсөн оло мәртәбә, ти ул.
Чечендар, ҡырғыҙҙар, ҡаҙаҡтар. Шайморатов батальны хәҙер күп милләтле хәрби подразделение. Улар яуҙа ла бер туғандай иңгә-иң терәп алға бара.
Һәм уларҙың барыһы ла бер рух, еңеүгә ынтылыш тойғоһо менән яна. Бындай егеттәр менән эшләүе лә еңелерәк, ти командирҙар. Тап ошо сифаттар, батырлыҡтары өсөн Шайморатовсыларҙан хәҙер ҡаршы яҡ та шөрләй.
Шайморатовсылар нисек кенә текә булмаһын, яңы килгәндәр тота килеп ут эсенә индерелмәй. Улар ике аҙнанан ашыу полигонда етди әҙерлек үтә.
Айнур Кәбиров