Был турала Республика парламенты рәйесе Константин Толкачев белдерҙе. Вәкәләттәрҙе үтәй башлағанда ғәҙәти булған ҡағыҙ документтар менән депутат портфелен тапшырыу сараһы булмай. Республика парламенты был эште электрон форматҡа күсергән. - Һәр депутаттың эш урынында планшет һәм тауыш биреү системаһы бар. Ултырыш алдынан бөтә документтар электрон рәүештә ҡабул ителә, - тине Константин Толкачев. Республика парламенты был аҙнала яңы составта тәүге ултырыш уҙғара. Ул 5 октябрҙә була.