Башҡортостан халҡын башҡорт теленән олимпиадала белемен һынарға саҡыралар

Онлайн интеллектуаль сара 11-15 октябрҙә ойошторола. Унда һәр кем ҡатнаша ала. Олимпиада өс кимәлдә уҙа. Башҡорт телен өйрәнә башлағандар, иркен аралашҡандар һәм төрлө диалектарҙа һөйләшкәндәр өсөн айырым үткәрелә. Туған телдән белемде һынап ҡарау өсөн олимпиада сайтында теркәлергә һәм 45 минут дауамында 30 һорауға яуап бирергә кәрәк. Һәр ҡатнашыусыға сертификат тапшырыла.