Быйыл республика ауыл-ҡалаларында 4 мең берәмектән ашыу заманса медтехника ҡуйыу күҙаллана

Был турала социаль селтәрҙә Башҡортостан Башлығы белдерҙе. Төбәк етәксеһе фекеренсә, юғары теүәллектәге медицина тикшеренеүҙәре менән республикала йәшәүсе һәр кем ҡуллана алырға тейеш. Һуңғы 4 йылда төбәк дауаханалары рентгендиагностикалау комплекстары, 161 маммограф, флюорограф, ангиограф һәм компьютер томографтары менән йыһазландырылған.

Былтырҙан төбәктә һаулыҡ һаҡлау министрлығының Ситуациялар һәм проект ҡарарҙары үҙәге эш башланы. Уның бурысы - ҡорамалдарҙы ҡулланыуға мониторинг уҙғарыу. Яңылыҡ медицина учреждениеларына ауыр техника туҡтап тороуҙы кисектереү, уның эшкә яраҡлығын күҙәтеү һәм пациенттарҙы диагностикаға ебәреү мөмкинлеге бирә.

Ауылда йәки ҡалала йәшәүҙәренә ҡарамаҫтан, республика халыҡы юғары теүәллектәге медицина тикшеренеүҙәре менән берҙәй тиң ҡуллана алырға тейеш. Шуға ла беҙ медицина учреждениеларын заманса диагностикалау ҡорамалдары менән йыһазландырыуҙы дауам итәсәкбеҙ, тип белдергән Башҡортостан Башлығы.