Бөгөн Бөтә донъя айыҡлыҡ һәм алкоголизмға ҡаршы көрәш көнө

Ошо уңайҙан әлеге минуттарҙа «Торатау» конгресс-холында «Айыҡ ауыл: граждандар башланғыстары һәм социаль практика» төбәк-ара семинар-кәңәшмәһе үтә.

Осрашыуҙы Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы, республиканың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы менән берлектә ойошторған. Фекер алышыу һәм тәжрибә уртаҡлашыу өсөн сараға илдең төрлө субъекттары вәкилдәре саҡырылған.

Медицина фәндәре докторы Сәлиә Мырҙабаева «Айыҡ ауыл» проектын тормошҡа ашырыу һөҙөмтәләре һәм киләсәге менән таныштырып, был эштең социаль процестарҙа этәргес көс булыуын билдәләне. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, республика кимәлендә ғәмәлгә ашырылған проектта дини эшмәкәрҙәр, бигерәк тә православныйҙарҙың һүлпәнлеге күҙәтелә.

Шулай ҙа Башҡортостанда эскелеккә ҡаршы көрәш буйынса ҙур тәжрибә тупланған. Атап үткәндә, республикала Бишенсе йыл «Айыҡ ауыл» конкурсы ойошторола. Бынан тыш, «Минең ғаиләм» проекты миҫалында социаль етемлекте иҫкәртеү алымы булараҡ, атай-әсәйҙәрҙе реабилитациялау мәсьәләһе хәл ителә. Уңышлы башланғыс бөгөн ил кимәләндә лә ҙур ҡыҙыҡһыныу уята.