Өфө районында йәшәүсе махсус операцияла ҡатнашыусы яҡташтарыбыҙға УАЗ автомобиле тапшырырға йыйына

Хәрбиҙәргә тәғәйен посылка. Өфө районынан Рөстәм Минғәзов сираттағы оҙон сәфәргә сығырға әҙерләнә. Был юлы ла ул махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яҡташтарыбыҙға УАЗ автомобиле тапшырырға йыйына. Ирекмәндең юлға сығыуын «Сарафан радио»һы аша хәрбиҙәрҙең яҡындары ла ишетә. Мөмкинлек менән файҙаланып улар ҙа Ватан һаҡсыларына үҙ күстәнәстәрен әҙерләгән.

Һөнәре буйынса ул төҙөүсе, йөрәк ҡушыуы буйынса ирекмән. Миловкала йәшәүсе Рөстәм Минғәзов дүртенсе тапҡыр хәрбиҙәр янына йыйына. Был юлы ла ул яҡташтарабыҙҙы УАЗ автомобиле менән ҡыуандырырға ниәтләй.

Махсус хәрби операция биләмәһенә Рөстәм Минғәзов тәүге тапҡыр уҙған ҡыш барып ҡайтҡан. Ватан һаҡсылары менән аралашҡандан һуң күңелемдә нимәлер уйылып ҡалды, һәм мин бының мәңгелек икәнен аңланым, ти ирекмән. Шуға ла ул хәҙер алғы һыҙаттағы һәр ир-атты үҙенең яҡын дуҫы итеп күрә. Хәрбиҙәр тарафынан да шундай уҡ мөнәсәбәт. Әле лә Рөстәмдең юлға сығыуын ишетеп фронттағылар үҙ заказын биреп ҡалырға ашыға.

Транспорт сараһы сапер булып хеҙмәт иткән яҡташтырыбыҙҙың заказы. Автомобилде ул махсус йыһазландырып, маскировка селтәрҙәре менән уратып сыҡҡан. Запас тәҙрәләр һәм тәгәрмәстәр ҙә алған.

Миловкала «сарафан радио»һы яҡшы эшләй. Ирекмәндең юлға сығыуын ишетеп Затондан һәм Михайловканан да бер-бер артлы кәрәк-яраҡ килә башлаған. Һәр кем үҙенең яҡынына кәрәкле әйберен ебәреп ҡалырға теләй. Запас-частәр, кейем-һалым, төрлө ҡорамалдар һәм ашамлыҡтарҙы Рөстәм Минғәзов адресаттарҙың ҡулына шәхсән тапшырырға теләй.

Оҙон юлға ирекмән Доставалов батальонында хеҙмәт иткән яугир менән барасаҡ. Ауыр йәрәхәт алған хәрби әлеге ваҡытта Өфөлә дауалау курстары үтә. Рөстәм Минғәзов махсус хәрби операция биләмәһенә сәфәрен артабан да дауам итергә иҫәп тота. Сөнки алғы һыатта уны яҡын дуҫтары көтә.

Илдар Байбулатов