Өфөлә коммуналь техниканың ҡышҡылыҡҡа әҙерлеге тикшерелде

Санаңды йәй әҙерлә. Өфөлә коммуналь техниканың ҡышҡылыҡҡа әҙерлеге тикшерелде. Орджоникидзе районын төҙөкләндереү хужалығында 56 берәмек техника иҫәпләнә, тиҙҙән ойошмаға тағы ла 4 яңы махсус автомашина ҡайтарыласаҡ. Бөгөн хужалыҡ боҙлауыҡ менән көрәшеү өсөн юлдарға һибелә торған тоҙ һәм махсус ҡатнашма - бионорд ҡабул итә. Техниканың әҙерлек кимәле менән БЮТ ижади төркөмө танышты.

Ҡеүәтле техника ҡышын юлдарға һибеү өсөн тоҙ һәм махсус ҡатнашманы бушата. Бионорд - боҙға ҡаршы реагент йәйәүлеләр туҡталышы, юл үткәргестәр, светофорҙар тапҡырында һибелә. Орджоникидзе районын хеҙмәтләндереү өсөн бер миҙгелгә мең ярым тонна тоҙ һәм ике мең ярым тонна ҡом талап ителә.

Гаражда механизатор һәм водителдәр техниканы тәртипкә килтерә. Ҡатнаш юл машиналары йәйен сәскәләргә һыу һибеү өсөн ҡулланылһа, ҡышҡылыҡҡа юлдарға ҡом һибергә ҡулайлаштырыла. Йөк машиналары йыл әйләнәһенә эшләй, шуға күрә уларға айырым иғтибар кәрәк, ти 40 йыл водитель булып эшләүсе Рәмил Исхаҡов.

Техника хужалыҡтың йөҙө, шуға күрә ул тыштан да ялтырап торорға тейеш тигән фекерҙә хеҙмәткәрҙәр. Ҡаланы йыл әйләнәһенә хеҙмәтләндереүсе машиналар буяла, йыуыла, оҙайлы миҙгелгә әҙерләнә. Урында уҡ махсус техниканың гидросистемаһы өсөн юғары баҫымлы шлангтар әҙерләнә. Улар өҙөлгән хәлдә, ойошма тиҙ арала деталде үҙе алыштыра, сөнки ҡыш көнө һәр сәғәт ҡәҙерле.

Республикала урамдарҙы һәм юлдарҙы, йәмәғәт киңлектәрен һәм ихата биләмәләрен таҙартыусы торлаҡ-коммуналь хужалыҡ предприятиеларында 2086 берәмек техника эшләй. Һуңғы йылдарҙа уларҙың 34 проценты яңыртылған. Бының өсөн дәүләт ҡаҙнаһынан 2,3 миллиард һум күләмендә аҡса йүнәлтелгән.

Лилиә Мәҡсүтова