Рәсәйҙә армияға саҡырылған егеттәр махсус хәрби операцияла ҡатнашмай

Оборона министры Сергей Шойгу Ҡораллы көстәр етәкселеге менән үткәргән кәңәшмәлә шулай тип белдерҙе. Быйыл көҙ 130 меңдән ашыу 18-27 йәшлек егеттәр армияға алына. Башҡортостандан 4 мең егет һалдат кейемен кейәсәк. Көҙгө саҡырылыш декабрь аҙағына тиклем дауам итә. Сергей Шойгу белдереүенесә, Генераль штаб махсус хәрби операцияға бәйле өҫтәмә мобилизация үткәрергә йыйынмай.