Өфөнән Айгөл Аллағолова “Башҡортостан” мотоуҡсылар полкы сафына баҫҡан

46 йәшлек ҡатын улы һәләк булғандан һуң махсус хәрби операцияға барырға ҡарар итә. Альберт Аллағолов Өфө кадет корпусында белем ала, нефть университетын тамамлай. Бала саҡтан хәрби булырға хыяллана. Диплом алғандан һуң контракт төҙөй. Хәрби бурысын үтәгәндә ғүмере өҙөлә. үлгәндән һуң Ҡаһарманлыҡ һәм Шайморатов ордендарына күрһәтелә. Ул йәшәгән йортҡа иҫтәлекле таҡтаташ ҡуйылған. Һалдаттың әсәһе бер нисә тапҡыр махсус операция биләмәһенә барырға тырышып ҡарай. Ялан кухняһы ашнаҡсыһы курсын тамамлай. Июндә Оборона министрлығы менән килешеү төҙөй. Әммә ҡатын икенсе хәрби часткә эләгә. “Был турала Республика Башлығы Радий Хәбиров белеп ҡалған. Рәхмәт уға! Мине “Башҡортостан” полкына күсерҙеләр. Бөгөн мин үҙебеҙҙең егеттәр янында”, - тип белдергән Айгөл Аллағолова.