Торлаҡ һәм төҙөлөшө күҙәтеү буйынса дәүләт комитетынан хәбәр итеүҙәренсә, ҡала һәм ауылдарҙа ҡатлы йорттарҙың күбеһе 40 йылдан ашыу элегерәк төҙөлгән. 2008 йылдан республикала 1 мең 800 күп фатирлы йорт төҙөкләндерелгән. Быйыл капиталь ремонт программаһы буйынса 657 торлаҡ тәртипкә килтерелә. Ҡайһы бер йорттарҙа өҫтәп ҡыйыҡ ремонтлау эше лә индерелгән.