Башҡортостан хужалыҡтарына өҫтәмә 152 миллион һум тапшырыла

Федераль субсидия льготалы шарттарҙа кредит юлларға мөмкинлек бирә. Әле Рәсәй Ауыл хужалығы министрлығы беҙҙең республика хужалыҡтарынан 9,5 миллиард һумға 300-ҙән ашыу заявканы хуплаған. Льготалы кредитлау программаһы миҙгелгә бәйле баҫыу эштәрен ваҡытында атҡарып сығырға мөмкинлек бирә. Хужалыҡтар банктан түбән процентҡа кредит юллай, ҡалған өлөшө дәүләт иҫәбенән ҡаплана.