Башҡортостанда Рәсәйҙең иң яҡшы педагогик династияһы асыҡлана

Уҡытыусы һәм остаз йылына арналған конкурсҡа 78 төбәктән 600-ҙән ашыу ғариза килгән. Финалға 21 династия һайлап алынған. Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты ректоры Салауат Сәғитов әйтеүенсә, Дағстандан уҡытыусылар династияһы 1 мең 300 йыл педагогик стажға эйә.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

“Иң яҡшы педагогик династия” Бөтә Рәсәй конкурсы Өфөлә 8 октябрҙә башлана. Ярышта өс номинация буйынса лауреаттар билдәләнә, шулай уҡ, абсолют еңеүсе асыҡлана.