Сентябрҙә 1 мең 300-ҙән ашыу кеше халыҡ мәшғүллеге үҙәктәренә бизнес консультациялар һорап мөрәжәғәт иткән. Йыл башынан бындай халыҡ һаны 14 меңгә еткән. Уҙған йылға ҡарағанда 8 процентҡа артҡан. Рәсми эшһеҙ статусы алғандар үҙ эшен асыу өсөн 350 мең һумға тиклем түләү юллай ала. Социаль контракт ярҙамында эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнергә башларға була. Бынан тыш, түләүһеҙ бизнес курстар үтеп 150 мең һумлыҡ грант оторға мөмкин.