46 йәшлек ханым улы һәләк булғандан һуң махсус хәрби операцияға юлланырға ҡарар итә. Бер нисә тапҡыр махсус операция биләмәһенә барырға тырышып ҡарай. Ялан кухняһы ашнаҡсыһы курсын тамамлай. Июндә Оборона министрлығы менән килешеү төҙөй. Әммә ҡатын икенсе хәрби часткә эләгә. «Башҡорт батальондары» телеграмм каналында яугир әсәһе Радий Хәбировҡа рәхмәт әйтеп, үҙен «Башҡортостан» полкына күсереүҙәрен, бөгөн үҙебеҙҙең егеттәр эргәһендә булыуын белдергән.