Мәсетле районы халҡы Башҡортостан яугирҙарына гуманитар ярҙам әҙерләгән

Махсус хәрби операция биләмәһендәге Башҡортостан яугирҙарына гуманитар ярҙам. Был юлы уны Мәсетле районы вәкилдәре әҙерләгән. Яҡташтарыбыҙға 3 автомобиль, урман материалдары һәм шәхси посылкалар тапшырыласаҡ.

Район хакимиәте башлығы Әнис Әсәҙуллин белдереүенсә, «УАЗ» автомобиле райондың сик буйы ғәскәрҙәре ветерандары көсө менән алынған. Урындағы янғын часы хеҙмәткәрҙәре транспорт сараһына техник әҙерлек үткәргән. Тағы ла бер УАЗ - еңеүгә «Ышаныслы тыл» хәрби туғанлыҡ ойошмаһы өлөшө.

«Нива» автомобиле Яңы Мөслим ауылынан махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугирҙың һәм уның туғандарының тырышлығы менән алынған. «Мөслим» ҡушаматлы яҡташыбыҙға техниканы уның еҙнәһе оҙатып барасаҡ. Мәсетлеләр шулай уҡ яугирҙарға блиндаждар һәм окоптарҙы нығытыу, хәрби техниканы ҡуйыу урындары әҙерләү өсөн ағас та ебәргән.