Өфөлә яңырыу кисергәндән һуң Башҡортостан мәғариф үҫеше тарихы музейы асылды

Тарихты һаҡлаусы фән һәм тәрбиә биреү үҙәге баш ҡаланың тарихи өлөшөндә, сауҙагәр Иван Таловтың ихатаһында урынлашҡан. 1917 йылға тиклем бина ҡатын-ҡыҙҙар өсөн шәхси гимназия, ә Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Эшсе-крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһының Генераль штабы академияһы булып хеҙмәт итә. Оҙаҡ йылдар был йортта күренекле башҡорт ғалимы һәм педагогы Рәшит Әлмөхәмәтов эшләгән. Уҡытыусылар көнө алдынан күренекле шәхескә бағышлап мемориаль таҡтаташ асылды.

Музей 2000 йылдың сентябрендә асыла. Быға тиклем экспозициялар бер залда ғына урынлашҡан була. Реконструкциянан һуң, тағы ике бүлмә сафҡа инә. Улар революцияға тиклемге һәм һуғыш осорона арналған. Совет һәм хәҙерге заман мәғарифының үҫеш этаптары күрһәтелгән.